Быйылғы йәй сыуаҡ көндәрен көттөрөп кенә килде... Йәмғиәтебеҙ тормошонда ла һөйөнөстәр ҙә, көйөнөстәр ҙә аҙ түгел. Әҙәби-мәҙәни мөхиттә лә ыңғай күренештәр байтаҡ, хәйер, “Ағиҙел”дең һәр һаны ана шул күренештәрҙе асыҡ ҡына күҙаллата. Әйҙәгеҙ, журналдың 6-сы номерына байҡау яһайыҡ.
Халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллин “Үртәлгән ауыл” исемле фәһемле әҫәрен “романға конспект” тип нарыҡлай. Ни өсөн? Беҙҙеңсә, әҫәр бик көслө публицистик һәм пацифистик, йәғни һуғышҡа ҡаршы рух менән һуғарылған. Әйткәндәй, Ринат Камалдың “Башҡорт ғәскәре” романының аҙағы ла үртәлгән ауылға ауаздаш.
Шиғриәт майҙанында был юлы өлкән йәштәге шағир Рауил Шаммас менән ошо арала 70 йәшен билдәләйәсәк Гөлнур Яҡупова өр яңы поэтик емештәрен “тәмләтә”. Шағирә үҙ әҫәрен “Поэма-бағыш” тип атай. Инеш һүҙгә иғтибар итәйек:
Аңда-ҡанда, хәтер даръяһында
Ҡайта-ҡайта шаңдый шаңдауҙар:
Тамырлы вә шәжәрәле заттар,
Кемдәрһегеҙ? Беҙме – башҡорттар!
Таралғанбыҙ ғаләм киңлегенә
Ырыу-ырыу, тармаҡ-тармаҡбыҙ,
Әй, туғандар, тағы ҡай тупраҡта
Сәселеп тә шытҡан орлоҡ беҙ?
Быуаттарҙы айҡап яуап килә:
Юллар булһаң нәҫел остарын,
Фатихаһын бирер яҡшы уйға
Йәнтөйәгең Башҡортостаның.
Билдәле прозаик һәм драматург Наил Ғәйетбай үненең 70-се ғүмер баҫҡысына ниндәй ижади артылыштар аша күтәрелгән? Яҙыусы Әмир Әминев ҡәләмдәшенең ижад биографияһын күҙаллата һәм киләһе айҙан баҫыла башлаясаҡ “Бабич” романына ҡыҫҡаса байҡау яһай.
“Халыҡ аңында, йырҙа һүҙҙең өҫтөнлөклө әһәмиәте аныҡ билдәләнә. Рухи хазинабыҙ тураһында әңгәмә ҡуйырһа, оло быуын әһелдәре әле лә “атайым көйләгән йыр”, “әсәйемдең яратҡаны” йәки “олатайымдан ҡалған ҡомартҡы” тип көйөн түгел, ә тәү сиратта тап ҡасандыр, кемдер башҡарған йырҙың һүҙҙәрен күҙ уңында тота.
Ашҡаҙарҡай буйы, ай, ҡом ғына,
Ҡом ғына ла түгел, он ғына.
Минең генә әйткән был һүҙҙәрем –
Йыр ғына ла түгел, моң ғына, –
тип раҫлана бер йыр юлдарында ла. Моң шишмәһен тыуҙырған аһәңле көй менән образлы һүҙ ҙур йыйындарҙа, оҙатыу-ҡаршылауҙарҙа, мәжлес-табындарҙа һөйләгән сағыу телмәрҙәргә бәрәбәр. Йырсы донъя, ғүмер, йәшәү мәғәнәһенә төшөндөрә, мөхәббәт вә нәфрәтен аңлата, йыйылған аудиторияға ҡарата үҙ мөнәсәбәтен дә ҡыялатып белдерә ала. Йөкмәткеләге ҡайғы-һағыш, теләк-кәңәш, өгөт-нәсихәт, теге йәки был ваҡиғаға ҡарата баһа ла, алғыш-ҡарғыш та, тормош хаҡында уйланыуҙар ҙа тыңлаусыға туранан-тура түгел, ә кинәйә формаһында еткерелә. Пентатоникаға нигеҙләнгән үҙенсәлекле музыкаль яңғыраш, өҫтәүенә, текстың поэтик камиллығы башҡорт йырҙарының арбағыс көсөн, илһамлы ҡөҙрәтен тәьмин итә. Һәр хәлдә, йыр рәүешендә әйтелгән шиғри текстың бәҫе элегерәк бик юғары баһаланған, шуға ла йырҙарҙы йыш ҡына аманат, ҡомартҡы, хатта васыят тип тә нарыҡлап башҡарғандар.
Ишеккәйем алды, ай, тутыйғош,
Аҡ ебәктәр менән тотоғоҙ.
Үҙекәйем – ҡунак, йырым – бүләк,
Был юлдарҙың авторын – филология фәндәре докторы, яҙыусы, тәнҡитсе Зәйтүнә Шәрипованы ла иҫтәлекле юбилейы менән ҡотлайыҡ. Үҙенең журналда баҫылған мәҡәләһендә әҙибә “Моңло йыр ҙа – йән аҙығы ул” тиһә, Стәрлетамаҡ ғалимәһе Луиза Кирәева шағир Салауат Әбүзәровтың поэтик талантына юғары баһа бирә.
“Салауат Әбүзәр ҙә – күптән инде үҙ уҡыусыларын тапҡан, ижадында жанрҙар төрлөлөгөнә, фекерләү киңлегенә ынтылған әҙиптәребеҙҙең береһе. Уның үткән йыл ғына сыҡҡан «Ғәмәл дәфтәре» (Өфө: Китап, 2017) поэтик йыйынтығы ла уҡыусылар тарафынан йылы ҡаршыланды. Китапҡа инеш һүҙендә автор шулай ти: «Бәй, күҙ асып йомған ара, Ҡояш тирәләй 50 тапҡыр әйләнеп тә сыҡҡанмын, имеш... […] Ә мин һаман да баш осондағы зәңгәр күккә, аяҡ аҫтындағы йәшел үләнгә сабыйҙарса хайран ҡалып, үҙем генә белгән йырҙы һуҙып, осоп барам. Ул йырҙарға минең үткәнем, бөгөнгөм һәм киләсәгем һеңгән. Ул – минең Ғәмәл дәфтәрем». Был һүҙҙәр китаптың атамаһын аныҡлау ғына түгел: уларҙа әҙиптең барлыҡ йәшәү рәүеше һәм ижад принциптары асып бирелә.”
Артабан прозала ҡәләмен ышаныслы ғына сарларға керешкән Гөлсимә Иштанованың “Эрзинкә итек” тигән шәп хикәйәһе лә уҡыусыларыбыҙға ифрат танһыҡ булмаҡсы. Шулай уҡ күренекле ҡәләм оҫтаһы Рәсүл Сәғитовтың “Журналист яҙмалары”нан ҙур ғына шәлкем дә күптәрҙе, бигерәк тә йәш быуын ҡәләмгирҙәрен битараф ҡалдырмаҫ тип уйлайбыҙ. Ошо уҡ һанда һеҙ яратып уҡыған “Бала саҡ хәтирәләре”нең аҙағы менән танышырға мөмкин. Авторы – халыҡ шағирәһе, матбуғат ветераны, йәмәғәт эшмәкәре Гөлфиә Юнысова.
Үзбәк Сирбаев арабыҙҙан иртәрәк китте, мәгәр матур әҙәби мираҫ ҡалдырҙы... Бына ошондай фекерҙә уны белгән һәм юҡһынып хәтерләгән әҙиптәр. Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә байтаҡ хикәйәләр, легендалар, балалар өсөн бына тигән шиғырҙар ижад иткән, Салауат ҡалаһында инженер булып эшләгән мәрхүмдең әле журналда донъя күргән “Ташүлгән” хикәйәте лә авторҙың тәбиғи һәләтен, әҙәби оҫталығын асыҡ дәлилләй.
Мәғлүм ки, үткән ярты йыллыҡта “Ағиҙел”де алдырыусылар бер ни тиклем күбәйгәйне... Алдағы айҙарҙа ла дуҫтарыбыҙ кәмемәҫ, хатта аҙмы-күпме артыр, тип өмөтләнәбеҙ. Бергә булдыҡ – бергә ҡалайыҡ!
Күҙәтеүҙе Сабир ШӘРИПОВ әҙерләне.