Бына көттөрөп килгән сыуаҡ яҙ ҙа журналыбыҙҙың бишенсе һанын көтөп алаһығыҙ. Ниндәй материалдар менән йәлеп итә һуң май һаны? Әлбиттә, май тигәс, иң тәүҙә Бөйөк еңеү байрамы иҫкә төшә. Шуға күрә Социалистик Хеҙмәт геройы, бөйөк яҙыусы Михаил Шолоховтың “Нәфрәт” хикәйәһе 5 йылға һуҙылған ыҙалы һуғыштың ысын йөҙөн һүрәтләй, улай ғына түгел, фашлай. Бик ҙур психологик һәм патриотик көскә эйә был әҫәр 1942 йылдың июнендә “Правда”, ә бер нисә көндән бөтә фронт гәзиттәрендә баҫыла.
Шиғриәт мөмбәрендә, бер олоно бер кесене тыңла тигәндәй Салауат Рәхмәтулла менән Зөһрә Үтәғолова майҙан тота.
Май айында юбилейҙар ҙа байтаҡ. Мәҫәлән, Сафуан Яҡшығоловтың әҙәби һәм рухи, шул уҡ ваҡытта сетерекле яҙмышын, яҡты мираҫын шағирә Лариса Абдуллина һынландырһа, талантлы шағир, драматург, арабыҙҙан иртә киткән Рәмил Ҡолдәүләткә ҡәләмдәштәре, тыуыуына 60 йыл тулыу айҡанлы, эскерһеҙ бағышлауҙар тәҡдим итә, академик Ғиниәт Ҡунафин иһә халыҡ шағиры Тимер Йосопов ижады хаҡында төпсөрләп яҙа. Хәҙер инде Рәмил Ҡолдәүләткә арналған шиғри юлдарҙы тыңлайыҡ. Рәйес Түләк менән Әхмәр Үтәбай түбәндәгеләрҙе яҙҙы:
Минең салон – өскә-өс ашхана,
Шиғыр уҡый йәп-йәш шағирҙар.
Килер бер көн, былар ижадына
Әле улар эре, шундай һере,
Бер ҡатлылыҡ ҡатыш бөйөктәр.
Әргә түҙә, хыялдарҙа йөҙә –
Ҡулса һалынмаған кейектәр.
Үҙҙәре лә белмәй кемлектәрен,
Кәмһеткәнен ғәмһеҙ замандың.
Минең салон – өскә-өс кухняның
Тотҡаһында нисә пегас-тай.
Ялдар көмөш, йүгән генә йүкә,
Эйәрҙәрҙә илһам һулҡылдай.
Маһайыулы шағирҙар ҙа бар ул,
Беҙҙең һарай – салон-аласыҡ.
Олимп тауға илтер юл асалы,
Шәйехзада Бабич премияһы лауреаты Зөлфиә Ханнанова ла замандашы хаҡында моңһоу ҙа, ғорур ҙа хәтирәләргә бирелә.
Рәмил, Рәйес, Ғәбиҙулла...
Өндә – һеҙ юҡ, төштәремдә
Һеҙҙең әрнеү беҙгә күсте,
Килермен мин. Көтәрһегеҙ...
Рәмил, Рәйес, Ғәбиҙулла...
Ошо уҡ һанда халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова хәтирәләренең аҙағын да, үҙегеҙҙең бала саҡтарығыҙҙы иҫкә төшөрөп, йотлоғоп уҡырһығыҙ.
Шулай уҡ “Әҙип тормошонда” күренекле яҙыусы Айһылыу Йәғәфәрова менән әңгәмә лә, Әхмәр Үтәбайҙың хеҙмәт һәм һуғыш ветераны, даны алыҫтарға таралған уҙаман Хөрмәт Хәсәнов тураһындағы һүрәтләмәһе лә ифрат уҡымлы. Сатира һәм юмор кәштәһендә Мансаф Ғиләжевтең юморескалары өлкән йәштәге әҙипкә 85 йәше тулыу уңайынан баҫыла.
Йәмле йәй яҡынлаша... Мәктәптәрҙә һуңғы ҡыңғырауҙар сыңлаясаҡ. Күптәр баҡсаларына ашыға, йәштәр иһә илдән илгә интурист булып сәфәрҙәргә сыға. Һәммәгеҙгә лә хозур йәй теләйбеҙ.
Күҙәтеүҙе Сабир Шәрипов әҙерләне.