Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби тәнҡит
6 Апрель 2018, 17:08

"АҒИҘЕЛ"ДЕҢ 4-СЕ ҺАНЫНА КҮҘӘТЕҮ

Апрель айында халыҡ-ара хәлдәр ҡатмарлана төштө, Рәсәй йәмғиәтендә лә тотош донъяны тетрәтерлек ваҡиғалар булғылап тора. Мәҫәлән, Кемероволағы фажиға ҡайғыһы миллиондарҙың йөрәк яраһына әүерелде. Башҡортостаныбыҙ иһә көләс майҙы ҡаршылай, сәсеүгә әҙерләнә, төҙөлөштәрҙә лә хеҙмәт һулышы һүрелмәй. “Ағиҙел” журналының апрель һаны йөкмәткеһе һәм тематикаһы менән ярайһы бай. “Башҡорт ғәскәре” романының дауамынан һуң билдәле яҙыусы Әмир Әминевтың “Ау” тип исемләнгән хикәйәһен уйланып та, фәһемләнеп тә уҡырһығыҙ. Ә был шиғри юлдар Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның шәлкеменән:Ата йортонда Ата йортонда ҡунаҡмын, Йоҡоһоҙ үтә төнөм. Ҡайтарып булмай ғаиләмдең Түп-түңәрәк, бөтөнөн... Атай яңғыҙ ыңғыраша, Әсәй уфтана күктә. Араларын яҡынайтып Ҡартлыҡ еп һуҙған күптән. “Әсәкәйем, – тип шыбырҙап Йыһандарға өндәшәм. – Һин булмағас, һүрән яна Мейестә ут, төндә шәм! Ниңә яҙмыш иң ҡәҙерле Кешеләрҙән айыра? Ер өҫтөндәге юлдарҙы Ер аҫтына ҡайыра?” ... Мейемә ҡайғы уҡмаша, Керпеккә йәш эленә. Ғүмерҙең ҡыҫҡалығынан Йөрәккәйем теленә...

Апрель айында халыҡ-ара хәлдәр ҡатмарлана төштө, Рәсәй йәмғиәтендә лә тотош донъяны тетрәтерлек ваҡиғалар булғылап тора. Мәҫәлән, Кемероволағы фажиға ҡайғыһы миллиондарҙың йөрәк яраһына әүерелде. Башҡортостаныбыҙ иһә көләс майҙы ҡаршылай, сәсеүгә әҙерләнә, төҙөлөштәрҙә лә хеҙмәт һулышы һүрелмәй.

“Ағиҙел” журналының апрель һаны йөкмәткеһе һәм тематикаһы менән ярайһы бай. “Башҡорт ғәскәре” романының дауамынан һуң билдәле яҙыусы Әмир Әминевтың “Ау” тип исемләнгән хикәйәһен уйланып та, фәһемләнеп тә уҡырһығыҙ. Ә был шиғри юлдар Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның шәлкеменән:

Ата йортонда


Ата йортонда ҡунаҡмын,

Йоҡоһоҙ үтә төнөм.

Ҡайтарып булмай ғаиләмдең

Түп-түңәрәк, бөтөнөн...


Атай яңғыҙ ыңғыраша,

Әсәй уфтана күктә.

Араларын яҡынайтып

Ҡартлыҡ еп һуҙған күптән.


“Әсәкәйем, – тип шыбырҙап

Йыһандарға өндәшәм. –

Һин булмағас, һүрән яна

Мейестә ут, төндә шәм!


Ниңә яҙмыш иң ҡәҙерле

Кешеләрҙән айыра?

Ер өҫтөндәге юлдарҙы

Ер аҫтына ҡайыра?”


... Мейемә ҡайғы уҡмаша,

Керпеккә йәш эленә.

Ғүмерҙең ҡыҫҡалығынан

Йөрәккәйем теленә...


Бер ни тиклем хәсрәтле, моңһоу яңғыраһа ла, был шиғырҙа яҡын кешеләрҙең ҡәҙере һәм бәҫе тормошсан һүрәтләнә. Ә бит беҙ “Ғаилә йылында” ғына түгел, өлкәндәр хаҡында көндә ҡайғыртырға тейешбеҙ. Бигерәк тә хеҙмәт һәм һуғыш ветераны тураһында.

Журналдың был һанында яңы рубрика менән дә ихлас танышырһығыҙ, моғайын. Мәғлүм ки, 2018 йыл Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан “Ирекмәндәр йылы” тип иғлан ителде. Шуға күрә беҙ “Ирекмән һабаҡтары” исеме аҫтында мәҡәләләр баҫа башлайбыҙ. Тәүге һүҙ дилбәгәһен Әхмәр Үтәбай усына айманы һәм ихлас күңелдән башынан үткәндәрҙе барлай, фекерҙәренә ифрат фәһемле өгөт-нәсихәттәрен дә өҫтәй. Яҙмаларҙың атамаһы ла хәтәр:


“Ялған ғорурлыҡты, шул хурлыҡты...

Яра һуҡтым Урал ҡаяһына...”

Хәйер... Түбәндәге юлдарҙа мәҡәләнең асылы яҡшы төҫмөрләнә:

“1998 йылдың 19 июль төнө...

Донъяға өр-яңынан тыуған көнөм, йәғни төнөм. Ғәжәп, тәүге тапҡыр ҙа мин төндә тыуғанмын. Икенсе тыуған төнөмдө мин “Тәүбә төнө” тип тә атайым. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки мин тап шул мәлдән башлап Шешәбикә ханым менән хушлаштым. “Талаҡ” әйтеп айырҙым үҙен. Мине юғалтыу ҡайғыһынан үкереп илап ятып ҡалды ул. Шешәбикәне айырыу еңел ул, тик бына унһыҙ яңыса йәшәргә өйрәнеүе ауыр.

Был афәттән мин үҙ-үҙемде ҡулға алып, тик ихтыяр көсө арҡаһында ғына ҡотолдом. Бер ниндәй ҙә медицина ярҙамына таянманым. Алдараҡ наркологка мөрәжәғәт итеп ҡарағаным булды. Әммә һәр бер “туҡталыу” яңынан “ысҡыныу” менән тамамланғас, бындай ярҙамдың үҙ-үҙеңде алдау икәнлеген генә аңланым. Әммә эскене ихтыяр көсө аша ташлай алған хәлдә лә, организмды нормаль йәшәү режимында тотоу өсөн медицинаға мөрәжәғәт итмәйенсә лә булмай. Ни өсөн тигәндә, алкоголдең организмда үткәргән емерткес сәйәсәтенең һөҙөмтәһен кеше эскене ташлағандан һуң тағы ла 13 йыл буйына татый әле. Был – ғалимдарҙың фекере. Тап шундай көрсөктәр ныҡлы зыян килтермәһен өсөн дә, хәрби термин менән әйткәндә, “һуғыштан һуңғы емереклектәрҙе аяҡҡа баҫтырыу” маҡсатында ла медицина ярҙамы кәрәк.

Тәүге рюмканы ҡулыма 1982 йылда алғайным. Ул саҡта тотош илебеҙ эсә ине. Ауылдарҙа үткән туйҙарҙа шундайыраҡ таҡмаҡтар әйтелә торғайны:

Эс тә ҡуй, эс тә ҡуй, –

Нужа күрмә никакуй.

Ҡиблаларҙан елдәр иҫһә,

Һалам менән тыҡ та ҡуй...

Йә булмаһа:

Араҡыны, пивоны

Беҙ яратабыҙ аны.

Эскәс-эскәс, бер кәритә,

Бер тас эсәбеҙ аны...

Шулай уҡ:

Кеше тыуһа, тыуһын әйҙә, –

Ҡаршылайбыҙ ярты менән.

Кеше үлһә, үлһен әйҙә, –

Оҙатабыҙ ярты менән...

Йәки:

Врачтарға барған инем, –

Йөрәгең “кряк”, тиҙәр.

Йөрәгеңдең уртаһына

Йөҙ грамм кәрәк, тиҙәр...

Илем менән бергә мин дә эстем, уны йолабыҙға ингән ғәҙәти күренеш тип һананым.”

Бындай яҙмыш асыҡтан асыҡ әңгәмәгә ҡоролған мәҡәләгә аңлатма биреп тороуҙың кәрәге юҡ. Әле беҙ һеҙгә уны уҡырға кәңәш итәбеҙ, сөнки киләһе һанда уның дауамы ла баҫыласаҡ.

Ошо уҡ һанда филология фәндәре кандидаты Сәлимйән Бәҙретдиновтың “БАШҠОРТ ҒАИЛӘҺЕ” йәғни туй йолаларының һәм ғаилә ҡороуҙың генетик тамырҙарына бәйле күҙәтеүҙәре урын алған. Әбйәлилдә йәшәүсе авторыбыҙ Самат Фәйзуллин иһә Бөйөк Ватан һуғышы һәм ауыл хужалығы ветеранының сетерекле яҙмышнамәһен “Һыңаргүҙ” тигән очеркында сағыу буяуҙар менән тасуирлай.

Башҡортостандың халыҡ шағирәһе Гөлфиә Юнысованың “Бала саҡ хәтирәләре” үткән һанда сыға башлағайны, хәҙер уның дауамы ла һеҙгә мотлаҡ оҡшар, берсә уйға һалыр, берсә йылмайтыр, тип ышанғы килә.

Һәр баҫманы жанрҙар төрлөлөгө, шулай уҡ тематик йүнәлештәр уҡымлы итә, биҙәй. Мәҫәлән, “Яҙмышы китап яҙырлыҡ”тағы мәҡәләләр олоһон да, кесеһен дә битараф ҡалдырмай. Миҫал өсөн Әхмәр Аҙнабаев ағайҙың “Фән тауҙарын үрләгәндә” иҫтәлектәрен уҡығас, булған бит заманалар, коммунистар партияһының файҙаһы ла, зыяны ла күп булған, тип ғәмләнәһең. Хәтирәләрҙәге факттарға шикләнерлек сәбәп юҡ, сөнки уны, автор үҙе әйтмешләй:

“2014 йылдың майында 80 йәшем тулды, шул йылдың авгусында пенсияға сыҡтым.

Миңә 80 йәш тулған йылда илдә оптимизация тигән нәмә башланды, һәм бер көн кафедра ултырышында, дүрт кешегә ҡыҫҡарырға тейешбеҙ, тип әйткәйнеләр, беренсе булып ғариза бирҙем.

Йәмәғәт эштәрен дә лә әүҙем генә ҡатнашырға тура килде: тәүге йылдарҙа партияның өлкә комитеты ағзаһы, Юғары советтың ике саҡырылыш депутаты (1980-1990), СССР профсоюздарының 16-сы съезына делегат булып һайландым. Оҙаҡ йылдарға һуҙылған хеҙмәтем лайыҡлы баһаланды ла тип раҫлай алам: "Халыҡтар дуҫлығы" ордены һәм ике миҙал менән наградландым, "Башҡортостан халыҡ мәғарифының атҡаҙанған хеҙмәткәре", "Рәсәйҙең юғары профессиональ белеменең почетлы хеҙмәткәре", "Ж. Кейекбаев исемендәге премия лауреаты" исемдәрен йөрөтәм. Иң мөһиме, яҙмыштан уҙмыш булмағандыр – йәшәгән йылдарым бушҡа уҙманы.”

Хөрмәтле дуҫтар! Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, матбуғатҡа яҙылыу иғлан ителде, тимәк, “Ағиҙел”гә лә подписка бара – был хаҡта онотмаһағыҙ ине.


Күҙәтеүҙе Сабир ШӘРИПОВ әҙерләне.


Читайте нас: