Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби тәнҡит
29 Ғинуар 2018, 19:18

"АҒИҘЕЛ"ДЕҢ 1-СЕ ҺАНЫНА КҮҘӘТЕҮ

Һөйөнсөләйбеҙ: һөймәлекле Эт йылында “Ағиҙел” журналы күберәк данала тараласаҡ. Бының өсөн бөтәгеҙгә лә рәхмәт күндерәбеҙ. Хәйер, журналдың быйылғы беренсе, йәғни ғинуар һаны баш мөхәррир Рәлиф Кинйәбаевтың ҡотлауы менән асыла һәм баҫманың киләсәккә барламаһын яҡшы ниәттә күҙаллата. Ә инде Әхмәт Зәки Вәлидиҙең хәтирәләренән өҙөк Республикабыҙҙың ышаныслы аҙымдар менән йөҙ йыллыҡ юбилейына ынтылышын иҫкә төшөрә.

Шатлыҡ - ҡыуаныстары менән ашҡынып көткән Яңы – 2018 йыл календарын асты. Ҡарҙар яуа, бурандар берсә ҡотора, берсә баҫыла. Шуныһы мөһим, донъя сәйәсәтендә лә хәүефле бурандар бер ни тиклем баҫыла төшкәндәй.
Тормош ҡәҙимге ҡиблаһында дауам итә.
Һөйөнсөләйбеҙ: һөймәлекле Эт йылында “Ағиҙел” журналы күберәк данала тараласаҡ. Бының өсөн бөтәгеҙгә лә рәхмәт күндерәбеҙ. Хәйер, журналдың быйылғы беренсе, йәғни ғинуар һаны баш мөхәррир Рәлиф Кинйәбаевтың ҡотлауы менән асыла һәм баҫманың киләсәккә барламаһын яҡшы ниәттә күҙаллата. Ә инде Әхмәт Зәки Вәлидиҙең хәтирәләренән өҙөк Республикабыҙҙың ышаныслы аҙымдар менән йөҙ йыллыҡ юбилейына ынтылышын иҫкә төшөрә.
Шиғриәт шәлкемендә был юлы үҫенсәлекле ижад емештәре менән билдәле әҙип Мәүлит Ямалетдин сығыш яһай. Хикмәт шунда: ул – робағиҙар авторы, тос шиғырҙарын рубаи тип нарыҡлап, урыҫ телендә лә камил яңғыратыуға өлгәшкән. Мәҫәлән, башҡорт телендәгеһе түбәндәгесә:
– Кисәге көн ҡайҙа?
– Бары уйҙа инде.
– Ә иртәгәң?
– Килер төндөң ҡарынында.
– Төн килер ул, бәлки. Ә һуң көн тыуыуға
Ышанысың бармы?.. Шунан уйла инде.
Хәҙер ошо уҡ робағиҙың руссаға тәржемәһен ишетәйек:
– Где день вчерашний твой?
Он в мыслях, в памяти хранится.
А завтра где?
Оно из дня грядущего родится.
И может, ночь придет. А вот уверен ты вполне,
Что день наступит вновь? Ответа нет, уж как ни биться...)
Бөрйән – рухыбыҙ, телебеҙ сәңгелдәге, тип атай район үҙәге Иҫке Собханғолда йәшәгән журналист һәм шағирә Айһылыу Ғарифуллина. Ошо арала әҙибә үҙенең 50 йәшен билдәләй, ҡотлауҙар күндерәйек үҙенә. Әйткәндәй, ғинуар айында танылған һүҙ оҫталарынан Фәрит Ғәбдрәхимовҡа – 85, Тәскирә Даяноваға – 70, Фәнзиә Мәҡсүтоваға 60 йәш тула. Уларҙы ла әҙәбиәт һөйөүселәр исеменән ихлас тәбрикләйек.
Артабан академик Тельман Әминевтың “Намыҫ менән үттең юлыңды” исемле мәҡәләһенең аҙағы тәҡдим ителә һәм бында ла автор ҡәҙерле әсәһе – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева хаҡында бик йылы иҫтәлетәре менән уртаҡлаша. Мәғлүм ки, ағымдағы айҙа данлы әҙибәнең тыуыуына 110 йыл тулды.
Сәсмә әҫәрҙәрҙән уҡыусыларҙы мауыҡтырған, фәһемләндергән “Юғалтылған ожмах” романының аҙағы баҫылды. Ни өсөн Фәниҙә Исхаҡова әлеге прозаһын роман-хикмәт тип атаған һуң? Был һорауға яуапты әҫәр менән тулыһынса танышҡас ҡына табырға мөмкин.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримовтың “Ҡуйын дәфтәре – ижад хәстәре” яҙмаларының тәүге өлөштәре былтырғы 11-се һәм 12-се һандарҙа донъя күргәйне, әлегә иһә автор ваҡытлыса нөктә ҡуйып тора һәм дауамын оҙаҡлатмаҫҡа вәғәҙәләй. Ә яҙмалар бик тә ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс, һәммәһе лә тормошсан, хатта ки әсе генә юмор менән һуғарылған, ҡыҫҡаһы, аҡһаҡал йәшендәге авторыбыҙ һәр һүҙе афористик юҫыҡта сәпкә тейә. Әйҙәгеҙ әле, тыңлап ҡарайыҡ.
***
...Шиғыр һәр шағирҙа үҙенсә тыуалыр. Миндә улар ҡай саҡта шишмә кеүек ағып тора. Ә ҡай саҡта сығыр юлындағы ташты алып ташларға уның йылдар буйына көсө етмәй. “Эшсе” шиғыры шулай ҡырҡ йылдан һуң ғына ҡағыҙға төштө. Ә бына “Төш” тигән шиғыр бер минут эсендә яҙылды. Вафатынан һуң Мостай Кәрим ап-асыҡ булып төшөмә кергәйне. Уяныу менән үк ҡәләмгә тотондом.
Яҙа-яҙа үҙем өсөн бер ҡағиҙәгә килдем: шиғыр яҙылыу менән уны шунда уҡ матбуғатҡа бирергә ашыҡмаҫҡа кәрәк. Бер аҙ һыуынғандан һуң ғына уға кире ҡайтырға мөмкин. Шунда уның етешһеҙ яҡтары ла күренеүсән. Әммә түҙемлек һәр шағирҙа ла булмай шул. Тимер Арслан,, мәҫәлән, Һәнәк редакцияһына“бына һеҙгә бер шедевр” тип яңы шиғырын ҡалдырып китә ине. Унан биш минут та үтмәй, “фәлән һүҙҙе фәләнсә итеп төҙәтеп ҡуйығыҙ әле”, тип шылтырата. Төҙәтәм. Оҙаҡ та үтмәй, тағы звонок. “Теге төҙәтмәне былайыраҡ итеп үҙгәртегеҙ әле!” Бына шул хәл йыш ҡабатлана ине. Мәрхүм шиғырын ана шулай шылтырта-шылтырата кондицияһына еткерә ине.
Маяковский кәрәкле бер һүҙ өсөн мең тонналап һүҙ рудаһын аҡтарырға тура килә тигәнерәк фекер әйткәйне. Тимер Арслан ана шул “горняклыҡ эше” менән шөғөлләнеп йөрөгән, күрәһең. Һәм шул кәрәкле һүҙҙе тапҡан. Бының өсөн уны битәрләргә түгел, бәлки, маҡтарға кәрәктер?
***
Әлбиттә, маҡтарға кәрәк. Әлеге юҫыҡта Марат ағай Кәримовтың үҙен дә маҡтау фарыз. Кәрәкле һүҙ таба белгәне һәм ул һүҙҙең осҡор фраза булғаны өсөн. Мәҫәлән, түбәндәге мәҡәл ише яңғыраған һынамыштар үрҙәге фекергә дәлил түгелме ни?
...Талантһыҙҙарҙың үҙҙәрен талантлы итеп күрһәтеү таланты бар.
...Тәбиғәтте йәшәртә яҙ, яңырта яҙ, уны һағынып көткәндәрҙе ярата яҙ. Мин – шуларҙың береһе.
...Күп ҡатлы йорттар артҡан һайын кешеләрҙәге бер ҡатлылыҡ кәмей бара.
...Яман эш йәшерен эшләнә.
...Бәхетленән ҡайғы ҡаса.
Ҡыҫҡаһы, шағирҙың ҡуйын дәфтәрендәге ҡанатлы әйтемдәр – бихисап, улар менән киләсәктә лә танышырға яҙһын.
Ошо уҡ һанда Белореттан элекке маҡтаулы металлург Мансур Һиҙиәтовтың “Ҡышҡы күкрәү”, Әбйәлилдән матбуғат ветераны Самат Фәйзуллиндың “Бетеү” тигән повестары, данлыҡлы ҡурайсы һәм сәнғәт белгесе Юлай Ғәйнетдиновтың “Оҙон көй һәм йыраусы” бәйәне танһыҡ темаларға яҙылыуҙары, замандаштарыбыҙҙың булмышын сағыу һүрәтләүҙәре менән отошло. Баһа – һеҙҙән, шуға күрә әлеге әҫәрҙәргә ентекләп туҡтамайса, бары тик уҡырға тәҡдим итәбеҙ.
Һәр баҫма үҙенең уҡыусылары ижадына ла иғтибар бирергә, уларҙың тәүге “әҙәби күстәнәстәрен” киңерәк мөхиткә күрһәтергә тырыша. Бындай ынтылыштан “Ағиҙел” журналыла тайпылмай һәм “Журнал уҡыусылар ижады” рубрикаһында бер төркөм йәш ҡәләмгирҙәргә һүҙ бирә.
“Ағиҙел”дең быйылғы 1-се һаны Башҡортостан Яҙыусыларның 2018 йылдағы юбилярҙар һәм Хәтер көндәре исемлеген сығарыуы иғтибарға лайыҡ. Уйлауыбыҙса, бындай исемлек әҙәби ойошмалар һәм берекмәләр, мәҙәниәт усаҡтары, уҡыу йорттары, тәнҡитселәр, редакциялар эшмәкәрләгендә айырыуса кәрәкле ҡулланма һанала.
Ҡәҙерле дуҫтар! Бөтәгеҙгә лә – Яңы йыл сәләмдәре һәм тәбриктәре. Ватандаштарыбыҙҙың олоһона ла, кесеһенә лә тик яҡшылыҡтар теләйбеҙ.
Читайте нас: