Халыҡ әйтмешләй, һәр нәмәнең башы була... Әлбиттә, матбуғат баҫмаларының башы – ул тышлыҡ. Әйҙәгеҙ, “Ағиҙел”дең декабрь һаны тышлығына күҙ һалайыҡ.
Бына улар: Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев – «Хәҙистәр».
«Йәнем рәхәте»ндә тергеҙелгән төйәк «эксперименталь ауыл» тип атала. Ни өсөн?
«Юғалтылған ожмах» романы йөкмәтеһе һәм уйланмышы менән дә мауыҡтырғыс.
Шиғриәт мөнбәрендә – Гөлназ Ҡотоева менән Гөлсирә Шафиҡова.
Ярышмала был юлы ла йәш прозаиктар сәмләнеп көс һынаша.
Юбиляр әҙиптәрҙе, 2017 йыл лауреаттарын һәм йыллыҡ лауреаттарыбыҙ һәм Р. Солтангәрәев исемендәге хикәйәселәр бәйгеһендә еңеүселәрҙе тәрбиәләйек!
Хәҙер инде телгә алынған материалдарға иғтибарығыҙҙы йүнәлтәбеҙ. Хәҙистәр, тигәйнек... Уҡыусыларға әйтер һүҙем тип башлай ижад йүнәлешен халыҡ шағиры:
- Беҙ үҙебеҙҙең мосолман балалары икәнебеҙҙе, иң изге китабыбыҙ “Ҡөрьән” булғанлығын белеп үҫтек. Беҙҙе диндән нисек тә ситләштерергәә, аллаһыҙҙар итеп тәрбиәләргә тырышһалар ҙа, быуаттар буйына халҡыбыҙ күңелендә һаҡланған әхлаҡи хазиналар ололарҙан беҙгә лә барыбер күскәйне. Шулай ҙа Мөхәммәт пәйғәмбәрҙән ҡалған бөйөк хазина – хәҙистәр тураһында үҫкән сағыбыҙҙа беҙ бөтөнләй тиерелек белмәнек. Миңә хәҙистәрҙе тәү башлап яңы быуат, яңы мең йыллыҡ башланғанда Башҡортостан радиоһынан беренсе ҡат ишетергә, пәйғәмбәребеҙҙең аҡыллы һүҙҙәренә хайран ҡалырға насип итте. Шунан һуң мин хәҙистәрҙе эҙләй, уларҙы башҡортса шиғырға әйләндерә башланым.
Шул саҡ күңелегеҙ йомшарыр,
Артабан танылған шағирәләр Гөлназ Ҡотоева менән Гөлсирә Шафиҡова яңы шиғырҙарын тәҡдим итәләр. Шәлкемдәрҙең исемдәре үк уларҙың шиғри ҡиблаһын билдәләгәндәй. Мәҫәлән, тәүгеһе “Әскелт кенә ҡымыҙ – йәй тәме” тиһә, икенсеһе” Мин белмәйем әсә һөйөүенә Тиң булырҙай көстөң барлығын” тип нарыҡлай.
Рәшит Солтангәрәев исемендәге хикәйәләр ярышмаһы республика әҙәби мөхитендә үҙе бер күренеш булды, тиеү ҙә яҙыҡ түгелдер. Әле конкурстың йомғаҡтары менән таныштырабыҙ, тимәк, үҙегеҙ белгән әҙиптәрҙе журналыбыҙ ҡулығыҙға эләкмәҫ борон уҡ һөйөнсөләй алаһығыҙ.
Шулай итеп, ярышмаға ҡырҡтан ашыу хикәйә алынды, йыл ярым дауам иткән бәйге барышында 32-һе донъя күрҙе. Ә йомғаҡтар ошолай билдәләнде: БЕРЕНСЕ урынды “Оҙон юлдың башы” хикәйәһе менән Таңсулпан Ғарипова һәм “Малайҙар” хикәйәһе менән Рәсүл Байгилдин яуланы.
ИКЕНСЕ урынға “Камила ла һылыу” хикәйәһе менән Тамара Ғәниева, “Ғәйепһеҙҙән ғәйепле” детективы менән Сәләхетдин Карамов, , “Тәҡдир” менән Ғәрифулла Япаров, “Турайғыр һабағы” менән Әхмәр Үтәбай сыҡтылар.
ӨСӨНСӨ баҫҡыста – , , “Атаҡай” хикәйәһе менән Миләүшә Ҡаһарманова, “Мәңгелек һорау” менән Мөҙәрис Мөсифуллин.
Мәҙинә Йәғәфәрованың “Бесталкауай”, Әнисә Зарипованың “Айһылыуҙың аймылыш көндәре”, Әлиә Саматованың “Баҫҡыстар”, Миңзәлә Хәлилованың “Төштәрҙә лә була осрашыу әҫәрҙәре ДӘРТЛӘНДЕРЕҮ приздарына лайыҡ булды.
Драматург, тележурналист Сәрүәр Суринаны матур юбилейы менән ҡотлайбыҙ! Үҙе лә ижад һәм тормош юлын “Ынтылам гел яҡтыға, ышанам гел яҡшыға” тип билдәләй ул.
Киләһе йылда Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 110 йыл. Был ваҡиға байрам төҫөн аласаҡ. Һәм ошо уңайҙан мәшһүр әҙибәнең өлкән улы, фән докторы, Мәскәү академигы, әсәһенең Өфөлә музей юҫығындағы йорт-фатирын ойоштороусы Тельман Ғәзиз улы “Намыҫ менән үттең юлыңды” исемле иҫтәлектәре ифрат ҡыҙыҡлы.
Әҙәби тәнҡит рубрикаһында йәш ғалим Айнур Хужахмәтов үҙенең остазы , ғилми етәксеһе, фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Ғиниәт Ҡунафиндың Шәйехзада Бабичтың сағыу ижад балҡыштары хаҡындағы хеҙмәтенә оло баһа бирһә, “Сәнғәт” шәлкемендә Зилә Аҙнаабаева менән Әхмәр Үтәбай Нефтекама дәүләт филармонияһы директоры Рәйес Исмәғилев менән төплө әңгәмә тәҡдим итәләр.
Башҡортосатан «Китап» нәшриәте йәш яҙыусыларҙың һәм шағирҙарҙың «Йәштәр тауышы» исемле республика әҙәби фестивален уҙғарҙы. Фестиваль 2016 һәм 2017 йылда әҫәрҙәре тәүге тапҡыр йыйынтыҡ булып сыҡҡан ун авторҙың китап туйын үткәреүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы, тип яҙа шағир, Шәһит Хоҙайбирҙин премияһы лауреаты Дамир Шәрәфетдинов һәм әҙәби ижад өлкәһендә ышаныслы аҙымдарын яһаған авторҙар - Шәүрә Туйсина («Күңел баҡсам»), Зөһрә Сафина («Йондоҙҙарҙан сиктем ҡулъяулыҡ»), Ләйсән Мараҡанова («Күк сәскәләр»), Гөлиә Гәрәева («Бәхетлесеңме, дип сорама»), Артур Дарра («Когда я стану солнцем»), Эвита Гайнет («Моя ли жизнь?...»), Нурлан Ғәниев («Бер мизгел нибары»), Рәзинә Зәйнетдинова («Килен шәле»), Зөлфиә Сәлихова («Атай абруйы»), Таңсулпан Рәсүл («Атай, һине күрҙем…») һәм уларҙың тәүге китаптары менән ентекле таныштыра, яңы ижад артылыштары теләй.
Күҙәтеүҙе “Ағиҙел”дең 2017 йылғы лауреаттарын ҡотлау менән тамамлағы килә. Исемлектә – Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаттары Рәшит Шәкүр менән Ғәлим Хисамов, шағирә Тамара Юлдашева менән тәржемәсе Факил Мырҙаҡаев. Башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә, быйыл бер нисә һыналған авторыбыҙға дәртләндереү бүләктәре лә тапшырыласаҡ.
Ҡәҙерле дуҫтар! Матбуғатҡа яҙылыу бара. “Ағиҙел” журналын да онотмаһағыҙ ине. Алдырығыҙ, уҡығыҙ – үкенмәҫһегеҙ! 2018 – тоғро эт йылында журналыбыҙ һеҙгә әҙәбиәтебеҙҙең иң тәмле емештәренән ауыҙ иттерәсәк. Һәммәгеҙҙе лә яҡынлашып килгән Яңы йыл менән тәбрикләйбеҙ.